Суд билдәләүенсә, 2024 йыл аҙағында йәштәр интернет селтәрендә билдәһеҙ кеше менән аралашыу барышында, аҡса эшләү маҡсатында һатыу өсөн наркотиктар менән йәшерен урындарҙы йыһазландырыу менән шөғөлләнеү тәҡдимен ҡабул итә. Шул уҡ осорҙа, енәйәтселәр билдәһеҙ кешенән ҙур күләмдә наркотикты йәшергән урындан барып алып, уны үҙ йортонда 16 айырым төргәккә тултыра, артабан уларҙы билдәле урындарға һалып китеү өсөн ҡаланың аҙ халыҡлы өлөшөнә юллана.
Әммә йәш кешеләр енәйәт эштәрен тамамлай алмай, сөнки полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡулға алына. Үткәрелгән саралар барышында полиция хеҙмәткәрҙәре йәшерелгән 16 урындың ҡайҙа икәнлеген асыҡлай, ә уларҙағы наркотик тартып алына. Енәйәтселәр енәйәт ҡылыуҙа тулыһынса ғәйепле тип таныла. Суд ҡарары буйынса ир ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында 9 йылға, ә ҡатын дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында 8 йылға иркенән мәхрүм ителә.
Римма ҒӘЛИМОВА.