Ашҡаҙар
-18 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
20 Август 2025, 16:40

ЭШ ХАҠТАРЫ БУЙЫНСА БУРЫС ҠАПЛАНҒАН

Йәрмәкәй районында прокуратура ҡыҫылышы арҡаһында эш хаҡы буйынса бурыс түләнгән .Йәрмәкәй районы прокуратураһы «Шишмәкәй» (Ручеек) ҡала ситендәге һауыҡтырыу лагеры муниципаль автономиялы учреждениеһы эшмәкәрлегендә хеҙмәт ҡануниәтенең үтәлешен тикшерҙе.

ЭШ ХАҠТАРЫ БУЙЫНСА БУРЫС ҠАПЛАНҒАН
ЭШ ХАҠТАРЫ БУЙЫНСА БУРЫС ҠАПЛАНҒАН

Ойошманың 2025 йылдың июнь-июль айҙарында 19 хеҙмәткәр алдында бурысы барлыҡҡа килеүе асыҡланған, бурыстың дөйөм суммаһы 820 мең һумдан ашыу тәшкил иткән. Хеҙмәткәрҙәрҙең  хоҡуҡтарын яҡлау маҡсатында прокуратура учреждение етәксеһе адресына тәҡдим индерә, күҙәтеү ведомствоһы инициативаһы буйынса ул РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 5.27 статьяһының 6-сы өлөшө буйынса 10 мең һумға штрафлана (билдәләнгән ваҡытта эш хаҡы түләнмәй). Прокурорҙың ҡабул ителгән яуап саралары арҡаһында граждандарҙың эш хаҡы буйынса бурысы тулыһынса ҡапланған.

Римма ҒӘЛИМОВА.  

ЭШ ХАҠТАРЫ БУЙЫНСА БУРЫС ҠАПЛАНҒАН
ЭШ ХАҠТАРЫ БУЙЫНСА БУРЫС ҠАПЛАНҒАН
Автор: Римма Галимова
Читайте нас