Ашҡаҙар
-18 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
17 Октябрь 2025, 10:20

Анһат ҡына байыған

ДНР Төҙөлөш министрлығының элекке урынбаҫары Мерваезованың мутлашыу  эше буйынса зыян суммаһы 4 миллиард һумдан ашып китә.

Анһат ҡына байыған
Анһат ҡына байыған

Донецк халыҡ республикаһының элекке төҙөлөш министры урынбаҫары Юлия Мерваезова объекттар төҙөүгә дәүләт контракттары төҙөгәндә мутлашыуҙа ғәйепләнә. Енәйәт эше материалдарына ярашлы, килтерелгән зыян суммаһы дүрт миллиард һумдан ашыу тәшкил итә. Эш материалдарында Мерваезованың РФ Енәйәт Кодексының 159- сы статьяһының 4-се өлөшөндә ҡаралған енәйәт ҡылыуы күрһәтелә. Зыяндың аныҡ суммаһы 4 миллиард 126 миллион 234 мең 385 һум 20 тин тәшкил итә. 2021-2022 йылдарҙа Юлия Мерваезова «Хәрби-төҙөлөш компанияһы» акционерҙар йәмғиәте директоры вазифаһын биләй (һуңыраҡ «Себерпромгрупп» акционерҙар йәмғиәте  тип үҙгәртелә). Тәфтишселәр фекеренсә, ул дәүләт контракттары төҙөгәндә аҡса урлауҙы тормошҡа ашыра

Р.ҒӘЛИМОВА.

Фото: интернеттан алынды.

Анһат ҡына байыған
Анһат ҡына байыған
Автор: Римма Галимова
Читайте нас