

Башҡортостандың тәфтиш комитеты төҙөлөш компанияһы хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләнмәү факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты. Был хаҡта ведомствонан хәбәр иттеләр. Уҙған йылдың ноябренән 2026 йылдың апреленә тиклем «АБМ Групп» компанияһы етәкселеге биш хеҙмәткәргә эш хаҡы түләмәй, булған аҡсаны эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген тәьмин итеүгә йүнәлтә. Һөҙөмтәлә бурыстың дөйөм суммаһы 730 мең һумдан ашып китте. Хәҙер тәфтишселәр компанияның финанс документацияһын өйрәнә, ойошма етәкселеген һәм хеҙмәткәрҙәрен һорау ала, шулай уҡ хеҙмәт коллективы алдындағы бурысты тулыһынса ҡаплау өсөн саралар күрә.