Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
11 Декабрь 2018, 13:20

Өс йәшлек бала тәне бешеүҙән вафат булған

Башҡортостандың Мишкә районында фажиғә булған — бер ғаиләлә бала тәне бешеүҙән яҡты донъя менән хушлашҡан.
Билдәле булыуынса Өфөлә йәшәгән өс йәшлек малай туғандары менән олатаһына ҡунаҡҡа ҡайтҡан. Бала күпмелер ваҡытҡа ҡарауһыҙ ҡалған — уйнаған саҡта ул эҫе һыулы биҙрәгә төшкән. Малай дауаханаға оҙатылған. Табиптар сабыйҙың ғүмере өсөн көрәшһә лә, ҡотҡара алмаған.
«Әлеге осраҡ буйынса тәфтиш алды тикшереүе бара», — тип аңлатма бирҙеләр «Башинформ» агентлығына Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетының тәфтиш идаралығында.
http://www.bashinform.ru/news/1249180-v-bashkirii-trekhletniy-rebenok-poluchil-smertelnye-ozhogi/
Читайте нас: