Ашҡаҙар
+15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
19 Декабрь 2018, 17:17

Мотокросс буйынса Башҡортостан чемпионы автомобиль аварияһында һәләк булды

Стәрлетамаҡтан Александр Кононов өсөн Каменск-Уральскийға боҙ спидвейы буйынса Рәсәй чемпионаты ярымфиналына сәфәр фажиғәле тамамланды. Ул — ошо ярыштарҙың еңеүсеһе Игорь Кононовтың атаһы. 16 декабрҙә өйөнә ҡайтып килгәндә Златоуст эргәһендәге М5 трассаһында ғүмере өҙөлдө. Ошо уҡ аварияла Игорь Кононов аяғын һындырҙы


Александр Кононов ҡасандыр республиканың көслө уҙышсыларының береһе ине, бер нисә тапҡыр мотокросс буйынса Башҡортостан чемпионаттарында еңеү яуланы һәм призер булды. Спорт карьераһын тамамлағас, бөтә көсөн улын тәрбиәләүгә бирҙе. Улы Игорь Стәрлетамаҡтың «Каустик» мотоклубында яңы уйынсынан алып боҙҙа мотоуҙыш буйынса донъя вице-чемпионына тиклем юл үтте.


Билдәле булыуынса, 2015 йылдан Игорь Кононов Тольяттиҙың «Мега-Лада» клубы өсөн сығыш яһай, ошо ваҡыт эсендә команда ярыштарында донъя чемпионы, Европа чемпионы булды һәм шәхси донъя чемпионатында көмөш миҙал алды. Хәйер, уҙған миҙгелдә ул спидвей буйынса бөтә Рәсәй ярыштарында «Октябрьский» өсөн сығыш яһаны. Бөтә ярыштарҙа ла Александр Кононов улы янында булды һәм уға һәр яҡлап ярҙам итте. Улының барлыҡ ҡаҙаныштарында, һис шикһеҙ, атаһының өлөшө ҙур.


Шуға күрә Александр Кононовтың үлеме — Башҡортостан ғына түгел, бөтә Рәсәй мотоспорты өсөн ҙур юғалтыу. Туғандарының һәм айырыуса улының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Игорь Кононовҡа түҙемлек һәм тиҙерәк атаһы шөғөлләнгән спортҡа ҡайтыуын теләйбеҙ.

Читайте нас: