Башҡортостан Республикаһы прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, быйыл апрель айында иҫерек ир айырыусы ҡанһыҙлыҡ менән үҙенең 61 йәшлек хәләл ефетен үлтергән. Ҡатын һуңғы стадиялағы яман шеш менән ауырыған һәм саҡ йөрөгән. Енәйәтсе ауыр сирле, ҡаршылыҡ күрһәтә алмаған тормош иптәшен туҡмаған. Шунан ул бысаҡ алып уға бер нисә тапҡыр сәнскән — ҡатыны вафат булған. Әсәһенең кәүҙәһен улы тапҡан һәм полиция саҡырған.
Енәйәт эше фигуранты бынан алда ауыр енәйәт өсөн хөкөм ителгән булған. 2014 йылда ул ауылдашын үлтергәнсе ҡыйнаған.
Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен өлөшләтә таныны. Башҡортостан прокуроры енәйәттең ауыр икәнен иҫәпкә алып, уны ике йылға иркенән сикләү менән 19 йылға махсус режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына оҙатырға тигән тәҡдим индерҙе.
http://www.bashinform.ru/news/1253735-zhitel-bashkirii-s-osoboy-zhestokostyu-ubil-stradayushchuyu-onkozabolevaniem-suprugu/