Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
24 Декабрь 2018, 15:33

Башҡортостанда Соликамск шахтаһында һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың ғаиләләренә берәр миллион һум түләнә

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 22 декабрҙә Соликамск шахтаһында ғүмерҙәре өҙөлгән Башҡортостан вәкилдәренең ғаиләләренә 3 миллион һум бүлергә бойороҡ бирҙе. Хеҙмәт министрлығына бер тапҡыр күрһәтелә торған ярҙам өсөн аҡса республика хөкүмәтенең резерв фондынан бүленә.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, шәмбе Мәскәү ваҡыты буйынса иртәнге сәғәт 11-се 4 минутта Пермь крайының Соликамск ҡалаһында «Уралкалий» компанияһы шахтаһында янғын сыҡҡан. Шахтала эшләгән 17 кешенең һигеҙе сығып өлгөргән, улар зыян күрмәгән.
Эшселәр 360 метрҙан ашыу тәрәнлектә булған. Ҡорбандар араһында Башҡортостандан өс кеше бар.
Улар — Игнатенко Сергей Геннадьевич, 1977 йылда тыуған, Белореттан, шулай уҡ Өфөнән Томшин Сергей Павлович (1961 йылғы) һәм Абрамов Антон Сергеевич (1980 йылғы).
Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусының бойороғона ярашлы, шахтала һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың ғаиләләренә берәр миллион һум аҡса түләнә.
http://www.bashinform.ru/news/1254910-semi-zhiteley-bashkirii-pogibshikh-v-shakhte-solikamska-poluchat-po-1-mln-rubley/
Читайте нас: