Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
16 Ғинуар 2019, 18:28

Башта урлашҡан, аҙаҡ наркотик һатҡан

Стәрлетамаҡта Комаров урамындағы бер йорттоң подъезында наркотик матдәләр һатҡан 22 йәшлек ҡыҙ тотолған.

Уны төндә, оператив-эҙәрлекләү саралары барышында, наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешен контролләү бүлеге хеҙмәткәрҙәре 0,122 грамм күләмендә онталған матдә һатҡан мәлендә ҡулға алған. Экспертиза үткәргәндән һуң унда наркотик матдә булыуы асыҡланған. Шәхси тикшереү ваҡытында ла полимер төргәктә 0,266 грамм шундай уҡ матдә табылған. Билдәле булыуынса, был ҡыҙ урлашҡан өсөн элек тә енәйәткә тарттырылған булған.
Ошондай уҡ “аҡ үлем” менән һатыу итеүсе Николаев урамындағы йорттарҙың береһендә полицейскийҙарға эләккән. Унан 0,055 грамм наркотик матдә тартып алынған.
Был ике “һатыусыға” ҡарата РФ Енйәт кодексының 228-се статьяһы буйынса енәйәт эше асылған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: әгәр ҙә һеҙ наркотик матдәләр менән һатыу итеүселәр тураһында белһәгеҙ, кисекмәҫтән полицияға шылтыратығыҙ!
Ф. ҒӘЛИЕВА.
Читайте нас: