Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
24 Ғинуар 2019, 18:43

Абхазияла юл фажиғәһендә зыян күргән Башҡортостан һалдатын реабилитациялауға аҡса йыялар

Башҡортостандың Асҡын ауылынан рядовой Венер Әсләмовты, ысынлап та, күлдәктә тыуған, тип әйтергә мөмкин. 23 йәшлек егет Абхазияла ҡаянан йылғаға тәгәрәп төшкән БТР аварияһында иҫән ҡалған.

«Хоҙайҙан улымдың өйгә үҙ аяғы менән ҡайтыуын һорайым»
18 ғинуарҙа колонналағы бронетранспортер Цабал тау полигоныннан даими урынлашҡан пунктҡа китеп барған. «Башинформ» агентлығына егеттең апаһы Лилиә Әхмәтова һөйләүенсә, яҡташыбыҙ хәрби машинаға осраҡлы эләккән.
«Уға колонналағы бер БТР-ҙа ла урын ҡалмаған. Ҡуҙғалыр алдынан тап ошо машианала урын табылған, ул шунда ултырған да инде», — тине Венерҙың апаһы.
Бер мәл контракт буйынса хеҙмәт иткән 27 йәшлек һалдат, взвод командиры, идара итеү һәләтен юғалтҡан һәм БТР-ҙы ауҙарған. Машина 40 метрҙай аҫҡа осҡан һәм Кодори йылғаһына ҡолаған. Өс егет урында һәләк булған, ә Башҡортостан һалдаты мөғжизә менән иҫән ҡалған.
«Венер умыртҡаһы һынған килеш машинанан сығып, ярға тиклем шыуышып барған һәм шунда аңын юғалтҡан», — ти егеттең әсәһе Рәүиә Әсләмова.
Фажиғәлә зыян күргән өсәү ашығыс рәүештә махсус Ми-8 вертолетында Сухумға оҙатылған. Хәҙер Венер Рәсәй Оборона министрлығының С. М. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһында. Уның умыртҡалығы һынған, күкрәк ситлеге йәрәхәтләнгән, баш мейеһенә зыян килгән.
«Армияға тиклем Венер машиналар, мотоциклдар йүнәтте. Бөтәһе лә уға килә торғайны, — ти әсәһе Рәүиә, күҙ йәштәрен саҡ тыйып. — Тыуған ил алдындағы бурысын үтәү теләге шул тиклем көслө ине. Юғары уҡыу йортон тамамлау тураһында дипломын да алып өлгөрмәне, саҡырылыш пунктына барып, мотоуҡысылар ғәскәрҙәренә алынды. Хәҙер Хоҙайҙан улымдың өйгә үҙ аяғы менән ҡайтыуын ғына һорайым».
Петербург медицина академияһында ятҡан Венерҙың янында — уның өлкән ағаһы. Ир бер секундҡа ла һалдаттың реанимация палатаһынан китмәй.
«23 ғинуарҙан ул үҙаллы тын ала башланы. Әлегә ауыр һөйләшә, — ти Лилиә. — Бөгөн (24 ғинуарҙа) умыртҡалығына операция яһайҙар. Барыһы ла яҡшы үтһен тип теләйбеҙ».
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ
Венер госпиталдә күпме ятыр – билдәһеҙ. Операция өсөн сығымдарҙы Рәсәй Оборона министрлығы үҙ өҫтөнә алған. Ә реабилитацияны Әсләмовтар ғаиләһе үҙ иҫәбенә үткәрергә тейеш.
«Асҡын районы хакимиәте беҙгә аҡса күсерҙе лә инде, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Венерҙың атаһы. — Республика Дәүләт Йыйылышы депутаты Шамил Шәрипов менән даими бәйләнештәмен, ул да беҙгә ярҙам ҡулы һуҙырға вәғәҙә бирҙе».
Район хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, муниципалитет хакимиәте һәм бюджет ойошмалары хеҙмәткәрҙәре Әсләмовтарға бер көнлөк эш хаҡын күсергән.
Венер Әсләмовҡа һәм уның туғандарына ярҙам итергә теләүселәр өсөн банк иҫәбе реквизиттары:
40817810006002462334 – Әсләмов Зәбир Нурғәли улы (Венерҙың атаһы)
4276 6708 8452 3712 Лилиә (Венерҙың апаһы).
http://www.bashinform.ru/news/1264695-srochnik-iz-bashkirii-postradavshiy-pri-dtp-v-abkhazii-sluchayno-okazalsya-v-btr/
Читайте нас в