Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
30 Ғинуар 2019, 17:10

Дәүләт учреждениеларына «мина һалыныуы» тураһында ялған хәбәрҙәр тулҡыны Башҡортостанға килеп етте

Рәсәй ҡалаларындағы дәүләт учреждениеларына «мина һалыныуы» тураһында ялған хәбәрҙәр тулҡыны Башҡортостанға килеп етте.


«Хәйерле көн! Бер нисә дәүләт учреждениеһына шартлатҡыс һалынған. Эвакуация үткәрелмәгән осраҡта ҡорбандар булыуы мөмкин. Беҙ һеҙҙе иҫкәрттек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтәһен дә иҫкәртә алманыҡ. Шуға күрә бөтә дәүләт учреждениеларын тикшерегеҙ! Хөкүмәт бинаһы, хакимиәттәр, идаралыҡтар, министрлыҡтар», — тип яҙылған ниндәйҙер «мәғариф бүлеге» ҡул ҡуйған «хатта».

«Башинформ» агентлығына сығанаҡ хәбәр итеүенсә, Өфөлә лә эвакуация тулҡындары башланды. Әйтәйек, «Нестеров» бизнес үҙәгендә биналағы кешеләргә тышҡа сығырға ҡушҡандар. Урында хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре һәм кинологтар эшләй. Сауҙа үҙәктәренең береһендә һәм медицина учреждениеһында ошондай хәл булғанлығы билдәле. Шулай уҡ республика райондарының береһендә муниципалитет хеҙмәткәрҙәре эвакуацияланған.

Эвакуация урындарында полиция, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Федераль именлек хеҙмәте, ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре эшләй

«Российская газета» баҫмаһы мәғлүмәте буйынса, бөгөн Томскиҙа социаль өлкә учреждениеларына бомба һалыныуы тураһында яңы хәбәрҙәр тулҡыны башланды. Ҡалала эвакуация үткәрелә. Кисә Себерҙә шундай йөҙҙәрсә ялған хәбәр теркәлде. Шартлатҡыстар һалыныуы тураһында аноним шылтыратыуҙар һәм электрон почта аша хәбәрҙәр ебәреү Новосибирскиҙа, Омскиҙа, Красноярскиҙа, Кемеровола һәм башҡа ҡалаларҙа халыҡты эвакуациялауға килтерҙе.




Читайте нас в