Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
9 Февраль 2019, 00:24

ӨС КЕШЕ ДАУАХАНАЛА, АУЫР ХӘЛДӘ

...Бөгөн ҡалала йәнә авария. Был юлы маршрут таксийы.

Башҡорт сода компанияһы янында Техник урамында Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығының 41-се маршрут буйынса йөрөгән микроавтобусы электр бағанаһына бәрелгән. Һөҙөмтәлә пассажирҙар төрлө кимәлдәге тән йәрәхәттәре алған. Авария мәлендә салонда 19 кеше булған, шул иҫәптән өс бала. Тиҙ арала "ашығыс ярҙам" машиналары", ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса белгестәр килеп еткән. Әлеге мәлдә өс кеше ҡаланың беренсе дауаханаһында ауыр хәлдә ята.
Был авария буйынса ҡала хакимиәтендә киске һигеҙҙә тиҙ рәүештә Стәрлетамаҡтың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса коммиссия ултырышы үтте. Уны ҡала етәксеһе Владимир Куликов үҙе алып барҙы. Сарала ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары, ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса, янғынға ҡаршы хеҙмәт, Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы вәкилдәре ҡатнашты.
Владимир Иванович был авария буйынса тиҙ арала һәм ентекле тикшереү үткәрергә, бөтә кәрәкле медицина ярҙамы, психологик ярҙам күрһәтергә ҡушты, тип хәбәр итә ҡала хакимиәтенең киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнеш бүлеге.
Читайте нас: