Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
21 Февраль 2019, 15:28

Уҡыусы токтан һуғылып үлгән

Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты 14 йәшлек үҫмерҙең үлем осрағы буйынса тикшереү башланы. Уҡыусы үлемесле электр разрядын алған.

«19 февралдә үҫмер өйөндә компьютерҙың асыҡ система блогына ҡағылып, электр разрядын алған. Һөҙөмтәлә ул һәләк булған», — тип хәбәр иттеләр яҡынса мәғлүмәттәрҙе ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.
Тәфтишселәр ваҡиға урынын ҡарап сыҡҡан, суд-медицина экспертизаһын тәғәйенләгән. Әле уның яҡындарынан һорау алыу бара. Тикшереү йомғаҡтары буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителергә тейеш.
http://www.bashinform.ru/news/1275785-v-ufe-shkolnika-ubilo-tokom/
Читайте нас: