Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
30 Апрель 2019, 13:37

Биле һынған эт йүгереп киткән

Италия хирургы Серджио Канаверо һәм уның Ҡытайҙағы коллегаһы Жень Сяопин арҡа мейеһе өҙөлөүгә бәйле хәрәкәт итә алмаған эт һәм маймылды дауалауы тураһында хәбәр итә.

“Алты йыл дауамында Европа һәм Америка нейрохирургтары арҡа мейеһе өҙөлгән осраҡта, уны бер ниндәй ҙә хирургия ысулы менән дауалап булмай тигән фекерҙән тайпыла алманы. Беҙ бының дөрөҫлөккә тап килмәгәнен аңлатып, маймыл һәм эт өҫтөндә яһалған операция һөҙөмтәләрен күрһәтәбеҙ”, – ти улар.
Ғалимдар бынан алда баш күсереп ултыртыу операциялары менән булыша ине. 2016 йылда улар башы күсерелеп ултыртылған сысҡан һәм маймылдарҙы күрһәтте, ә ике йыл элек 18 сәғәтлек операция барышында үлгән кешенең тәненә икенсе үлгән кешенең башын йәбештереп ҡуйыуға өлгәште. Бындай тәжрибәләр йәмғиәттә шау-шыу тыуҙырҙы, ғалимдар әхләҡи яҡтан башҡа һыймаҫлыҡ эш башҡара кеүек. Шуға ла ЮНЕСКО бындай эштәрҙе башҡарырға тыйҙы, тик итальяндар аптырап тормай, арҡа мейеһенең эшмәкәрлеген төҙәтә башлай.
Ғалимдар һайлаған яңы йүнәлеш әхләҡи талаптарға тура килә кеүек, кешелеккә оҡшарға ла тейеш, сөнки күпме кеше арҡа һөйәген йәрәхәтләп, йә һындырып, бындай операция яһап булмау арҡаһында ғүмерен инвалид коляскаһына бәйләй. Тик йәнә кешелә һынау нисек нығыныр һуң?..
Уйлап табыусылар арҡа мейеһен бәйләү ысулдарын эҙләй һәм эт, маймылдарҙа уңышлы тәжрибәләр үткәрә лә инде. Уның хикмәте шунда: полиэтиленгликоль шыйыҡсаһы һәм башҡа химик реагенттар ярҙамында нервы күҙәнәктәре араһында яңы бәйләнеш булдырыу. Эттәр өҫтөндә башҡарылған операция үтә һөҙөмтәле килеп сыҡҡан, улар өс көндән һуң күҙгә күренеп йүнәлә башлаған, ә ҡайһы берҙәре, ваҡыт үткәс, элеккесә үк хәрәкәт итә башлаған.
Ғалимдар тағы ла бер күренешкә тап булған, бындай ысул ярҙамында арҡа мейеһенең элекке нервылары өҙөлгән урынында ялғанмаған, ә уларҙы яңы барлыҡҡа килгән күҙәнәктәр тоташтыра.
Улар фекеренсә, әгәр ҙә барыһы ла уңышлы килеп сыҡһа, был әлегә тиклем фалиж һуҡҡандарҙы ла аяҡҡа баҫтырасаҡ. Баш тиклем башты күсереп ултыртырға ниәтләнгән ғалимдарҙан булмаҫ тимә.
Э. МӨНИРОВ.
Читайте нас: