Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
6 Май 2019, 15:18

Шереметьево аэропортында Мостай Кәрим исемендәге самолет янған

Мәскәүҙең Шереметьево аэропортында «Аэрофлот» компанияһының Мәскәү-Мурманск рейсын башҡарған Superjet 100 самолетында янғын сыҡҡан. Ваҡиға шаһиттары һүҙҙәренән уның Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең исемен йөрөткән Superjet 100 икәне билдәле булды.

Рәсәй Тәфтиш комитетының Мәскәү төбәк-ара транспортта тәфтиш идаралығы мәғлүмәтенә ярашлы, ваҡиға урынында тәфтишселәр эшләй. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана. Авиаһәләкәт осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Мәғлүмәт агентлыҡтары мәғлүмәттәренә ярашлы, самолет тулыһынса тиерлек юҡҡа сыҡҡан. Ошо минутҡа ҡотҡарыусылар ялҡынды һүндергән. Уның осоу-ултырыу һыҙатынан алыныуы билдәләнә. Янғынды лайнер ергә төшкәс үк һүндерә башлағандар. Шаһиттар һүҙҙәренсә, ҡотҡарыусылар ғәҙәттән тыш хәл урынына бик тиҙ килеп еткән.
Бынан алда самолеттың һауала яна башлауы, шунан һуң экипаждың аэропортҡа кире ҡайтырға хәл итеүе хаҡында хәбәр ителде. Һауа судноһы ҙур көс менән ергә ултырған. Кешеләрҙе өрөп тултырмалы баҫҡыстар буйлап эвакуацияларға тура килгән. Бортта 78 кеше булған, 41-һе һәләк булған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Мостай Кәрим исемендәге бортты тәүге тапҡыр Өфөлә 2017 йылдың октябрендә ҡаршы алдылар.
Мостай Кәрим исемендәге фонд һәләк булғандарҙың һәм зыян күргәндәрҙең ғаиләләренең ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Читайте нас: