Башҡортостандың Баймаҡ районында ике йәшлек малай үлгән. «Башинформ» агентлығына сығанаҡ хәбәр итеүенсә, бала өйҙә йөрәк дарыуын тапҡан һәм уларҙы йотҡан. Уның хәле насарайғас, туғандары ашығыс ярҙам саҡыртҡан.
«Медиктар малайҙы дауаханаға алып киткән. Дауаханала табиптар уны ҡотҡарырға тырышҡан, ләкин бала вафат булған», — тине әңгәмәсе.
Төбәк Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, әлеге осраҡ буйынса тәфтиш алды тикшереүе үткәрелә.
http://www.bashinform.ru/news/1312664-v-bashkirii-skonchalsya-rebenok-nechayanno-sevshiy-tabletki-ot-serdtsa/