Төбәк Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 29 майҙа хоҡуҡ һаҡлаусыларға йортта көс ҡулланып үлтереү билдәләре менән бала кәүҙәһе табылыуы тураһында хәбәр килгән.
«Иртән Стәрлетамаҡ фатирҙарының береһендә 35 йәшлек ир ҡыҙының илауына асыуланған. Ул баланың башынан тотоп, бер нисә тапҡыр ваннаның ситенә һуҡҡан. Ҡыҙыҡай ваҡиға урынында үлгән», — тип белдерҙеләр ведомствола.
Әле ир тотолған. Уның менән беренсел тәфтиш эштәре алып барыла, уны һаҡ аҫтына алыу тураһында мәсьәлә хәл ителә.
http://www.bashinform.ru/news/1313945-zhitel-bashkirii-podozrevaetsya-v-ubiystve-svoey-7-letney-docheri/