Салауат ҡалаһында 25 миллион һум аҡса менән юғалған Луиза Хәйруллина ваҡиғаһында яңы мәғлүмәттәр билдәле булды: башта ҡатын ғаиләһе менән "Рено Дастер" маркалы автомобилендә ҡасҡан тигән фараз бар ине. Баҡтиһәң, машинаны банк ғаиләнең бурыстары өсөн тартып алған. Бынан тыш уларҙың фатиры ипотекаға алынған.