Улар иҫәбенә түбәндәге белем биреү усаҡтары инә: Вокзал урамы, 29 (85-се балалар баҡсаһы); Волоча-евская урамы, 15 (10-сы мәк-тәп); Курчатов урамы, 44 (2 се лицей-интернат); Дуҫлыҡ урамы, 25 (7-се мәктәп); Социалистик урамы, 21 (12-се мәктәптең 3-сө корпусы); Сакко һәм Ванцетти урамы, 68 (1-се гимназия). Үткәүелдәрҙә светофор объекттары, кәр-тәләр, юл билдәләре урын-лаштырыласаҡ. Хәүефһеҙлек буйынса бындай яңылыҡтарға ҡыуанырға кәрәктер. Әммә шул уҡ ваҡытта ҡаланың светофор булған юл өлөштәрендә бер-бер артлы күңелһеҙ хәлдәр булып тора.
Үткән аҙнала “Нур” ши-фаханаһы эргәһендәге йәйәү-леләр үткәүелендә 82 йәшлек әбейҙе машина тапай. Төрлө дәрәжәләге тән йәрәхәттәре алған был инәйҙе дауаханаға оҙаталар. Ә бына Элеватор һәм Хоҙайбирҙин урамдары киҫелешендә юл-транспорт фажиғәһендә велосипедсыны экскаватор тапата һәм ве-лосипед хужаһы урында уҡ йән бирә. Ҡаланы хәүефһеҙ итергә тырышалар ҙа ул, үҙебеҙ – йәйәүлеләр ҙә, водителдәр ҙә – иғтибарлы булырға өйрән-мәһәк, ул светофорҙар ғына ғүмерҙәребеҙҙе һаҡлап ҡала алмаҫ шул.