Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
4 Июль 2019, 17:00

Өфө туристары йәнә алданды

Өфө туристары йәнә алдандыДиңгеҙ ярындағы ял урынына – ишектәр ябыҡ. Өфө туристары йәнә алданды. Был юлы “Лови волну” туристик фирмаһы аша сит илгә ялға юллама алған кешеләр ҡорбанға әйләнде.

Әлеге мәлдә 30-ҙан ашыу алданған турист тураһында билдәле. Улар полицияға ғариза яҙған. Фирманың директоры барлыҡ аҡсаларҙы алған һәм ғәйеп булған. Менеджерҙары ла, туристар ҙа аптырап ултырған да ҡалған. Кемдер – 100 мең, кемдер 300 мең һум аҡсаһын юғалтҡан. Ҡыш буйы көткән ялдың йәме киткән, хәҙер төп маҡсаттары – аҡсаны булһа ла кире ҡайтарыу.
Әйткәндәй, аҡса менән юҡ булған директор менеджерҙары менән бәйләнешкә сыҡҡан һәм үҙенең сит илдә икәнен, был ҡылығына ниндәйҙер хәлдең сәбәпсе булыуын әйткән.
“Мин нимә эшләй алам инде. Белһәң икән бының нимәгә тиклем барып еткәнен. Мин саҡ үҙемә ҡул һалманым. Ғәйеплемен, һеҙҙе бик уңайһыҙ хәлгә ҡуйҙым”, – тигән ул телефон аша.
Ғәйебен таныуы һәйбәт тә ул, аҡса кире ҡайтарылырмы? Төп һорау ошо...
Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.
Читайте нас: