Ашҡаҙар
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
9 Июль 2019, 14:21

Урланған миллиондарҙы отторған

Урланған миллиондарҙы отторған Билдәле булыуынса, Салауат ҡалаһында егерме миллион һумдан ашыу аҡса урлаған Луизаны ҡулға алғандар ине. Әле шул аҡсаның осона сығырға ниәтләйҙәр.

Бер версия буйынса, ул аҡсаларҙы Луизаның ире Марат уйын автоматтарында уйнап бөткән. Был хаҡта ир үҙе хәбәр иткән. Унан бигерәк ир оҙаҡлмай Мәскәүгә барып, үҙәк телевидениеларҙың береһендә рәсәйлеләргә аҡса йыйышырға ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә теләй икән. Йәнәһе лә, ҡатыны йәл. Ике ҡыҙҙары йәл. Урлаған саҡта, отторған саҡта йәлбулманымы икән ни...
Әйткәндәй, ҡайһы берәүҙәр быны эҙ яҙҙырыуға ла тиңләй. Һәр хәлдә, ваҡыт күрһәтер.
Читайте нас: