Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
11 Июль 2019, 01:34

Луизаның ире Марат та ҡулға алынды

Луизаның ире Марат та ҡулға алындыБөгөн Марат Хәйруллинды ҡулға алғандар. Ирҙе полиция хеҙмәткәрҙәре Өфө аэропортында, самолеттан төшөп килгәндә ҡаршы алған.

Алдараҡ хәбәр итеүебеҙсә, ул Салауат ҡалаһының полиция бүлексәһендә даими теркәлеп торорға тейеш булған, әммә тейешле ваҡытта килмәгән. Баҡтиһәң, ир Мәскәүгә тапшырыуҙа ҡатнашыу өсөн осҡан икән. Әйткәндәй, бөгөн Беренсе каналда “Пусть говорят” тапшырыуы сығасаҡ, ғаилә башлығы унда аҡсаның ҡайҙа булыуы тураһында һөйләйәсәк һәм аҡса йыйыу тураһында иғлан итәсәк.
Иртәгә, сәғәт 10-да Өфөлә Луизаға суд буласаҡ. Ҡатындың адвокаттары уны тикшереү бөткәнсе өйөнә ҡайтарыуҙы һорамаҡсы. Судты Луиза СИЗОла көтөрмө, әллә өйөндәме? Иртәгә билдәле буласаҡ.
Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.
Читайте нас: