Эңер төшкәс, баш ҡаланың көнсығыш өлөшөндәге кафела бер әҙәм аҡтығы бәлиғ булмаған 2003 йылғы үҫмерҙе ярты миллион һумға һатҡан.
Был сауҙа килешеүе оперативниктарҙың йәшерен күҙәтеүе аҫтында алып барылған. Һуңынан асыҡланыуынса, Енәйәтсе ошо ҡыҙыҡай менән социаль селтәр аша танышҡан, төрлө юлдар менән ышандырып, алдап, ҡыҙҙы Рәсәйҙең бер төбәгенән Мәскәүгә алып килгән.
Тәфтишселәрҙең талабына ярашлы, енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнгән ир һаҡ аҫтына алынған. РИА Новости ошо хаҡта хәбәр итте.