Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
15 Июль 2019, 19:40

Эттәр хужаһын ашаған

Эттәр хужаһын ашағанНиндәй генә хәлдәр булмай донъяла! Был аяныслы ваҡиға Американың Техас штатында теркәлгән: хужаһын эттәре ашаған!

57 йәшлек Фредди Мэк Винес ҡаласығының ситендә айырым өйҙә йәшәй. Кеше менән аралашмай, сығып йөрөмәй. Хужалығында 18 (!) эте була. Ике аҙнаға бер тапҡыр туғандары килеп, хәлен белеп тора, ашарға ташый.
Апрель башында улар Фреддиҙы юғалта, ә өйгә уҫал эттәр үткәрмәй – ошо турала урындағы шәриф ярҙамсыһына хәбәр ителә. Өй биләмәһе, тирә-яғы тикшерелә – хужа табылмай. Туғандары уны эттәре ашауына ышана, ДНК-ға үткәрелгән тест та шуны раҫлай.
Был хаҡта "Башҡортостан" гәзите хәбәр итә.
Читайте нас: