Ваҡиға тураһында Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров хәбәр итте.
– Әле бала реанимацияла, хәле үтә ауыр, – тине ул.
Уйламағанда һаулығына зыян алған балаға һауығып сығырға теләйек. Бәлә аяҡ аҫтында тейҙәр, шуға ла йәш балаларҙы бындай бәлә-ҡазаларҙан һаҡлап ҡалайыҡ.
Ғәҙәттән тыш хәлдең сәбәптәре әлеге мәлдә асыҡлана.