Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
16 Июль 2019, 15:09

Йәнә юлдарҙа ғүмерҙәр өҙөлдө

Йәнә юлдарҙа ғүмерҙәр өҙөлдөҮткән ялдарҙа республика юлдарында бер нисә фажиғәле хәл теркәлде. Ҡайҙалыр һауа шарттары сәбәпсе булһа, ҡайһы бер аварияла кеше ғәйепле.14 июль көндө, мәҫәлән, ҙур автобус пассажирҙарҙы Белореттан Яр Саллы ҡалаһына алып китеп барған ерҙән ҡапыл түңкәрелә. Автобус юл ситенә төшөп, түбәһенә әйләнеп ята, күптәр ҡыҫыла. Һөҙөмтәлә 6 кеше вафат булған, 21 кеше төрлө кимәлдәге тән йәрәхәттәре алған. Бәләгә тарыусылар араһында балалар ҙа бар.

Был фажиғә Архангель районында була. Водитель әйтеүенсә, автобус көслө ямғыр һәм ел арҡаһында әйләнә. Әлегә тикшереү эштәре бара.
Билдәле булыуынса, пассажирҙар араһында туристар булған. Ял итергә тип юлланып, фажиғәгә тарыу – аяныслы хәл, әлбиттә. Әммә әжәлең ҡайҙа һағалап торғанын белмәйһең шул: кемдер ялы мәлендә ғүмере менән хушлашһа, икенселәр эш ваҡытында мәрхүм була. Стәрлетамаҡ районында шулай уҡ юл фажиғәһе һөҙөмтәһендә бер юлы һәләк булған 4 ир-егет тә хеҙмәт бурысын үтәп йөрөгән.
Стәрлетамаҡ-Ырымбур юлында теркәлгән ҡот осҡос авария мәленә өс юл эшсеһе “УАЗ” автомобиленә эш ҡоралдарын-ҡорамалдарын тейәп йөрөгән. Тағы өс кеше машина эсендә булған. Һәләкәткә шаһит булыусылар әйтеүенсә, юғары тиҙлектә килгән “Вольво” йөк машинаһы шул тиклем ҡапыл килеп бәрелә, хатта эшселәр уны күреп тә өлгөрмәй. Автомобиль эшселәрҙе генә тапатып ҡалмай, юлсыларҙың машинаһына ла бәрелә. Һөҙөмтәлә өс юлсы, “УАЗ” водителе урында йән бирә. Тағы ике юлсы һәм йөк машинаһы водителе төрлө кимәлдәге тән йәрәхәттәре ала.
...Үкенескә ҡаршы, әлеге авариялар бер юлы бер нисә кешене баҡыйлыҡҡа алып китте, ә бит ошо уҡ көндәрҙә төрлө аварияларҙа айырым-айырым күпме ғүмерҙәр өҙөлдө. Алтмыш йәшлек ирҙе лә, 17 йәшлек үҫмерҙе лә аяп торманы юл әжәле. Иғтибарлы булһаҡ ине юлдарҙа. Тиҙлекте һаҡлап, юл ҡағиҙәләрен онотмаһаҡ ине.
ӘЙТКӘНДӘЙ,
Башҡортостанда түңкәрелгән автобус пас-сажирҙарының күбеһе эләктерелмәгән хәүеф-һеҙлек ҡайыштары арҡаһында йәрәхәтләнгән һәм үлгән. Был турала социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә республика башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.
“Беҙ зыян күреүселәргә ярҙам иттек һәм фажиғәгә нимә илткәнен тикшерҙек. Ҡайҙа етештерелгәне билдәһеҙ һәм сифатһыҙ автобус үлем менән уйнауға бәрәбәр. Үкенескә күрә, үлеүселәр хәүефһеҙлек ҡайыштарын эләктермәгән булған, ҡайышты тағыусыларҙың күбеһе тере ҡалған”, – тигән төбәк етәксеһе.
Радий Хәбиров республикала водителдәрҙең эше сифатын контролдә тотоу менән хәлдәр хөрт тип белдергән. Фажиғәгә тарыған автобустың водителе Яр Саллы ҡалаһынан булған һәм уның быға тиклем тиҙлек арттырғанға 18 тапҡыр яуаплылыҡҡа тарттырылғаны мәғлүм. Башҡортостан Башлығы шулай уҡ юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте. Был әлегә дәүләт предприятиелары транспортына ҡағыла, ҡайһы бер сит илдәр шундай тәжрибәне күптән ҡуллана.
Р. ӘРМЕТОВ.
Читайте нас: