Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
17 Июль 2019, 13:26

Аварияға тарыған автобус водителенә ете йылға иркенән мәхрүм ителеү янай

Аварияға тарыған автобус водителенә ете йылға иркенән мәхрүм ителеү янайҮлемесле вайымһыҙлыҡ. Архангел районында түңкәрелгән автобус водителенә ҡарата суд тәфтиш осорона иркен сикләү ҡарарын сығарҙы. Үткән йәкшәмбе Бөрйәндә ял итеп Татарстанға ҡайтып барыусы туристар аварияға осраны. Автобус салонында булған 39 кешенең алтыһы һәләк булды. Фажиғәгә юл ҡуйыусы водитель ҡулға алынды. Уның ғәйебе иҫбатланһа, ете йылға иркенән мәхрүм ителеү янай.

Азат Заһиров видеокамераларҙан йөҙөн йәшерә. Уның намыҫында өҙөлгән кеше ғүмерҙәре. Бер ғәйепһеҙ 6 пассажир руль артында ултырған водителдең тупаҫ хатаһы арҡаһында аварияла һәләк булды, күптәр һаман дауаханала тип иҫәпләй тәфтишселәр. Шуға ла енәйәт эшендә төп ғәйепләнеүсене суд залына ҡарауыл менән алып килделәр. 32 йәшлек ир тәүҙә аҙ һүҙле булды, әммә һуңынан күҙ йәштәренә бирелде
Водителде бәлки, аңларға ла булыр ине. Әммә аварияла ғәйепләнеүсенең бер йыл эсендә генә 19 тапҡыр юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылыуы иҫәпкә алғанда Архангел районындағы фажиғәне осраҡлы хәл тип әйтеүе ҡыйын. Тикшереү барышында тупланған тәүге мәғлүмәт буйынса юл-транспорт ваҡиғаһына тап тиҙлекте арттырыу сәбәп булған. Заказ буйынса алынған автобуста кешеләр ялдан ҡайтып килгән.
Татарстан туристарын йөрөткән автобус «Альтекс» траспорт компанияһыныҡы. Осраҡ буйынса полиция предприятиела тентеү үткәрҙе. Әйләнештән документтар алынды. Тәфтишселәр транспорт сараһының тейешле техник талаптарға яуап бирмәүе ихтимал тигән фаразды ла ҡарай.
Ғәйепләнеүсе транспорт компанияһында бер йыл самаһы эшләгән. Суд ултырышында водителдең әсәһе лә ҡатнашты. Ул улына терәк булырға килгән. Яҡын кешеһен ханым тик ыңғай яҡтан ҡылыҡһырланы.
Азат Заһиров ҡатынынан айырылған, бәлиғ булмаған ҡыҙы бар. Бергә йәшәмәйҙәр. Сикләү ҡарарын сығарғандә суд ғәйепләнеүсенең шәхси тормошо үҙенсәлектәрен дә иҫәпкә алды. Бер ғәйепһеҙ 6 кешенең ғүмерен ҡыйған водителгән 7 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай. Шуға ла уны тикшереү осорна иректә ҡалдырыу хәүефле тип баһаланды. Киләһе ике айҙы Азат Заһиров тәфтиш изоляторында үткәрәсәк.
bash.news
Читайте нас: