Ирекһеҙҙән, ул сабыйҙың яҡындары – әсәһе, өләсәһе ҡайҙа ҡараған һуң тигән һорау тыуа. Халыҡ әйтмешләй, ҡыҙ баланы күҙ ҡараһы һымаҡ һаҡларға кәрәк тә бит, хәйер, ҡыҙ баланы ғынамы ни?! Бындай шаҡ ҡатырлыҡ хәбәрҙәр бынан бер нисә йыл элек шул уҡ Өфөлә, Белоретта һәм башҡа ерҙәрҙә лә булғайны. (Ваҡиғаларҙың осона сығырлыҡ түгел.) Әлбиттә, “Атай – ата ҡаҙ, уға бала кәрәкме ни?” – тиеүселәр ҙә табылыр. Үҙ балаһын мыҫҡыллаған ҡәбәхәт атайҙар ҙа бар бит ер йөҙөндә. Ә әсәләр һуң? Улары үгәй аталары балаһын көсләгәндә лә күп осраҡта “һуҡыр” булып ҡала бирә. Енси башаҡтарын тыймаған ирҙәр үҙ нәфсеһен ҡәнәғәтләндерер өсөн ир балаларға ла тотона башланы. Ишембай ҡалаһында булған 5 сәғәт буйына кемдеңдер ғәзиз улын көсләгән ир менән бәйле ваҡиға аңға һыймаҫлыҡ бит! Әсәләр баланы тыуҙырырға ғына түгел, ҡарарға ла, сәләмәтлектәре өсөн яуап бирергә лә бурыслы! Арабыҙҙа ҙур ғаилә булдырып, ирҙәре эштән ҡайтҡансы подъезд төбөндә хәбәр һатып йәки бергәләп һыра һемереп ултырыуҙан бушамаусылар ҙа юҡ түгел. Балалары ҡайҙа етте – шунда уйнай. Көнөнә бер тапҡыр булһа ла ашайҙармы икән әле? Ғәзиз балаларыбыҙҙы күҙҙән ысҡындырмайыҡ!