Ашҡаҙар
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
19 Июль 2019, 14:33

Уғрылар артыуҙан туҡтармы?

Уғрылар артыуҙан туҡтармы?Екатеринбург полицияһы 48 йәшлек ҡатынды эҙәрлекләй. Риелтор булып эшләгән Ольга Хорошун 15 танышынан, кү-семһеҙ милек һатып алам тип, 160 миллион һум аҡса алып тора һәм... ире, улы менән сит илгә ҡаса. Ҡатынды бөгөнгәсә тотмағандар. Әйткәндәй, ул быға тиклем дә кешеләрҙән күпләп аҡса алып торған, тик ваҡытында һәм тейешле сумманы ҡайтарған.

Эх, Луиза
Хәйер, сит төбәк кенә түгел, ундай мут кешеләр үҙебеҙҙә лә етерлек. Салауат ҡалаһында банктан 20 миллион һумдан ашыу аҡса сәлдергән Луиза Хәйруллина тураһындағы мәғлүмәттәр менән интернет тулды. Башта ҡатын ғаиләһе менән ҡайҙа ҡасҡан тип баш ваталар ине, уғрыны Ҡазанда тотҡас, хәҙер шул ҡәҙәр сумманы ҡайҙа йәшергән икән тип аптырайҙар. Әлбиттә, ире Марат: “Аҡсаны уйын автоматтарына “ашатып бөттөм”, Луизаның ғәйебе юҡ”, – ти ҙә... Тик быға ышанырлыҡ түгел. Уныһынан бигерәк ирҙең битһеҙлеге аптырата күптәрҙе: ул Луизаға яза әҙерәк булһын өсөн махсус иҫәптә аҡса йыйып, шул сумманы банкка урланған аҡсалар урынына тапшырырға йыйына. Хәйер, хәҙер уның үҙенә ҡарата ла “эш ҡуҙғатылған”, аҡса йыйылған хәлдә лә, кем тапшырыр икән?.
Шулай, уғрылар етерлек. Кем 20 миллион урлаһа, бәғзеләр 150 миллион һум да алып ҡаса, ә Мәскәүҙә, ана, валюта ал-маштырыу пунктында хеҙмәткәр кешенең 41 миллион һум аҡсаһы менән тәҙрә аша “сығып тайған”. Ил буйлап кеше, банк, дәүләт аҡсаһына ҡул һуҙыусыларҙың осона сығырлыҡмы икән? Ҡайһы берәүҙәр миллиондар менән дә “бысранып” тормай, хатта. Шулай ҙа йәнә миллиондарға, йәнә үҙебеҙҙең Башҡортостанға әйләнеп ҡайтайыҡ әле. Интернетта Стәрлетамаҡ та гөрләй.
642 миллион һум аҡса урлағандар
Урындағы “ЕТЗК” тигән төҙөлөш компанияһы вәкилдәре халыҡтан аҡса йыя, банкты алдай һәм 600 миллион һумдан ашыу аҡса урлай. Мәғлүмәттәр буйынса, фирмала төп уғры – директор Егоян. Улар алдаҡ килешеүҙәр төҙөп, кешеләрҙе йорт төҙөйбөҙ тип ышандыралар. 300 миллион һум банктарҙан алына, ҡалған сумма – ябай халыҡтан.
Фирма аҡса йыя, әммә бурыс-тарын бер тамсы ла үтәмәй. Әлеге енәйәт эше менән прокуратура шөғөлләнә, шулай уҡ властарҙың етди контролендә. Әйткәндәй, яңы закон буйынса хәҙер төҙөлөш ойошмаларына өлөшсөләрҙең аҡ-саһын бирмәйәсәктәр. Тимәк, был өлкәлә урлашыу бөтәсәк. Бөгөнгө көндә республикала 6 мең самаһы алданған өлөшсө иҫәпләнә.
Радий Хәбиров, Башҡортостан етәксеһе:
“Өлөшсөләр буйынса бөтә йөкләмәләрҙе үтәрбеҙ. Быны мин һеҙгә асыҡтан-асыҡ белдерәм. Икенсе һорау – ҡасан һәм нисек. Беҙ быны тиҙ эшләргә тейеш!”
Йомғаҡлау урынына
...Өҫтә атап киткән бурҙарҙың кемеһелер тотолған да инде, ҡайһыларындыр эҙләйҙәр. Ваҡыты еткәс, улары ла тотолор, бәлки, тота алмаҫтар. Әммә, иң мөһиме: Хоҙайҙан ҡасып ҡотола алмаҫтар шул. Уныһын да онотмаһын ине кешеләр.
Р. ӘРМЕТОВ.
Читайте нас: