Ашҡаҙар
-23 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
30 Июль 2019, 15:24

Полиция хеҙмәткәре бал ҡортонан сағылып һәләк булған

Бал ҡортоноң ҡаяуы яман. Башҡортостанда йәшәүсе бал ҡортонан сағылып һәләк булған, тип хәбәр итә «Вся Уфа» телеканалы.

Был хәл Мишкә районында булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, полиция капитаны Венир Ибәтуллин үҙенең ялында ғаиләһе менән Юбайкүл ауылында таныштарына ҡунаҡҡа бара. Кисен ирҙең муйынын бер нисә бал ҡорто саға, шунда уҡ уның тын алышы насарая. Зыян күреүсене ашығыс ярҙам машинаһында дауаханаға илтәләр, әммә табиптар уға ярҙам итә алмай, полиция хеҙмәткәре анафилактик шоктан һәләк була. Билдәле булыуынса, уның ҡатыны һәм өс балаһы ҡалды.
Медицина хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, бал ҡорто сағыуы ысынлап үлем осрағына килтереүе мөмкин. Бал ҡорттарында аллерген бар, ул шунда уҡ кешенең иммун системаһын зарарлай.
«Бындай хәл бал ҡортона йәки умартасылыҡ продукттарына аллергия булған кешеләрҙә осрай. Спиртлы эсемлек эскәндә, тәмәке тартҡанда йәки урамда ашағанда сағылыу хәүефе арта», — тип аңлатма бирҙе аллерголог-иммунолог Лариса Дәүләтова.
http://www.bashinform.ru/news/1335086-zhitel-bashkirii-skonchalsya-ot-ukusa-pchel/
Читайте нас в