Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
30 Июль 2019, 10:41

Йәшлек бит ул йүгәнһеҙ ат

Салауатта 21 йәшлек егет үҙенең "Лада Калина" автомобилендә реклама бағанаһына бәрелә. Был турала Салауат гәзите хәбәр итә.

Салауатта 21 йәшлек егет үҙенең "Лада Калина" автомобилендә реклама бағанаһына бәрелә. Һөҙөмтәлә, уның 22 йәшлек пасасажиры дауаханала һәләк булған. Водителдең үҙе һәм тағы бер 21 йәшлек пассажир йәрәхәттәр алған. Асыҡланыуынса, водитель медицина тикшереүе үтеүҙән баш тартҡан өсөн машина менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгән булған. Уның әле айныҡмы-түгелме икәнлеген тикшереүҙәр күрһәтер.
Читайте нас: