Баҡтиһәң, ул дарыу составында Рәсәй ҡануниәте буйынса тыйылған матдә булған йәки ул наркотикка тиңләнгән. Хәҙер ҡыҙға ҡарата енәйәт эше асылған, ә интернет уны яҡлап гөрләй. Нисек кенә булмаһын, ҡыҙ йәл, әлбиттә. Хәйер, бер Дарья ғынамы ни, интернеттан килгән тауарҙарҙың беҙҙең ил стандарттарына тап килмәүе арҡаһында әллә нисәмә кеше үҙе лә аңламаҫтан енәйәтсе булып китә. Былтыр ғына ла Рәсәйҙә наркотиктар һәм психикаға кире йоғонто яһаусы матдәләр менән бәйле 200 306 енәйәт теркәлгән. Улар араһында интернет аша килгән тауарҙарға бәйлеләре лә етерлек.
Эйе, кемдер интернет аша наркотик ташый, шул уҡ ваҡытта ҡайһы берәүҙәр дарыуҙар ҡайтартып, һауығам тип, үҙҙәре лә аңламаҫтан “ҡармаҡҡа” эләгә. “Енәйәтселәр” араһында хатта билдәле ғалимдар ҙа осрап ҡуя икән. Әммә биләгән вазифаңа, сиреңә ҡарамай, закон алдында һәммәһе лә тигеҙ шул һәм әлеге законды боҙоусылар менән дә тейешле хеҙмәт тигеҙ көрәшә. Бәлки, тәфтишселәр ҙә ике “ут” араһында ҡалалыр, тик ни ҡылаһың, был тәңгәлдән Рәсәйҙә ҡануниәтте камиллаштыраһы ла камиллаштыраһы әле.