Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
14 Август 2019, 17:00

Терактҡа әҙерләнгәндәр

Терактҡа әҙерләнгәндәрРәсәй Федераль именлек хеҙмәте һәм РФ Эске эштәр министрлығы Татарстанда инфраструктура объектында теракт ойошторорға планлаштырған Рәсәйҙә тыйылған “Ислам дәүләте” халыҡ-ара террорсылар ойошмаһы яҡлы булған ике кешене ҡулға алған.

Билдәле булыуынса, теракт яһарға маташыусылар шулай уҡ терроризмды пропагандалағандар һәм башҡаларҙы ла террористик структураларға йәлеп итеү менән шөғөлләнгәндәр. Ҡулға алыныусыларҙан шартлатҡыс матдәләр һәм ҡорамалдар өлөштәрен тартып алғандар. Әлеге мәлдә оператив саралар һәм тәфтишсе тикшереүе алып барыла.
Күптән түгел генә Рәсәй Генераль прокуратура коллегияһында генпрокурорҙың беренсе урынбаҫары Александр Буксман хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан йылдың тәүге яртыһында 17 террористик акт кисектерелеүе тураһында хәбәр иткәйне.
Э. МӨНИРОВ.
Читайте нас: