Росавиация Мәскәү эргәһендәге “Жуковский” аэропорты янындағы баҫыуға самолеттың экстрималь рәүештә барып туҡтауын дәлилләне. Ғәҙәттән тыш ваҡиға, лайнерҙың двигателенә ҡоштар барып инеүе менән бәйле, - тип әйтелә матбуғат хеҙмәтендә.
Экипаж U6178 Жуковский-Симферополь рейсы буйынса ҡуҙғалған булған, самолет һауаға күтәрелгән мәлдә уға аҡсарлаҡтар тубы килеп бәрелә. Быға бәйле судноның командиры Дамир Йосупов экстремаль туҡтарға ҡарар итә һәм бының өсөн кукуруз баҫыуын һайлай. Посадка барышында бөтә двигателдәр ҙә һүҙдерелә, шуға күрә самолет янғындан һаҡланып ҡала, ә зыян күргән двигателде экипаж үҙ көсө менән һүндерә алған.