Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
16 Август 2019, 18:20

16 йылға хөкөм ителде

16 йылға хөкөм ителдеӨфөлә суд Стәрлетамаҡта йәшәгән йәш ир Максим Стародубовты вәхшиҙәрсә язалап үлтергән кешегә хөкөм сығарҙы.

Был ваҡиға күптәрҙе тетрәткәйне. Ишембайҙа тыуып үҫкән 33 йәшлек ир үткән йыл июль айында үҙенең машинаһын һатырға тип сығып китә һәм әйләнеп ҡайтмай. Бер аҙ ваҡыт үткәс, уның бик күп йәрәхәттәр алған үле кәүҙәһен ҡала ситендә табалар.
Тәфтишселәр асыҡлауынса, үлтереүсе Максимға шылтырата, үҙен һатып алыусы тип таныштыра һәм осрашыу урынын билдәләй. Машинаны ҡарағанда ул, йәнәһе, машина трассала нисек йөрөй икән тигән булып, бер аҙ йөрөп килергә тәҡдим итә. Юлда китеп барғанда енәйәтсе автомобиль хужаһына һөжүм итә һәм бысаҡ менән сәнскеләй. Зыян күреүсе ҡасырға маташып ҡарай, теге әҙәм аҡтығы уға көбәге киҫелгән мылтыҡтан (обрез) ата.
Ғәйепләнеүсе 16 йылға ҡаты режимға иркенән мәхрүм ителде, артабан ике йыл ирке сикләнеләсәк. Енәйәтсе һәләк булған ирҙең ҡатынына һәм ике балаһына мораль зыян килтергәне өсөн 700 меңәр һум күләмендә компенсация түләргә мәжбүр ителгән.
Р. ЙӘЛИЛЕВА.
Читайте нас: