Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
16 Август 2019, 19:03

“Банк хеҙмәткәре” аҡса сәлдерә

“Банк хеҙмәткәре” аҡса сәлдерәЯңынан-яңы алдау ысулдары барлыҡҡа килеп тора, аферистар кешеләрҙең шәхси телефонынан конфиденциаль мәғлүмәт алыу ысулын уйлап тапҡан. “Тишек кәмәгә” ултыртып китеүселәрҙең яңы схемаһы менән беҙ ҙә танышайыҡ.

Алдаҡсы телефондан үҙен банк вәкиле тип таныштыра һәм клиентҡа уның иҫәбенән аҡса урларға маташыу осрағы тураһында хәбәр итә. Йәнәһе, ул һеҙҙең ысынлап та аҡса күсереү буйынса операция башҡарғанһығыҙмы-юҡмы икә-нен белергә теләй (виртуаль ҡараҡтың мобиль ҡушымта буйынса конфиденциаль мәғлүмәт һорамауы кешелә уға ҡарата тағы ла нығыраҡ ышаныс тыуҙыра). “Банк вәкиле” бындай операция башҡармауығыҙ тураһында белгәс, операцияны ”туҡтата” һәм... клиенттың смарт-фонына иҫәптәге аҡсаларҙы һаҡларға ярҙам иткән “teamviever” ҡушымтаһын ҡуйырға тәҡдим итә. Тик бөтә кеше лә был ҡушымтаның смартфон менән ситтән тороп идара итеү мөмкинлеге булғанын белмәй шул. Бөтә хикмәт шунда ла инде: алданыусы аккаунтының сер кодын хәбәр итә, ә уғры әлеге программа ярҙамында смартфондағы мобиль банк аша клиенттың шәхси кабинетына инеп, теләгән сумманы күсерә ала. Шулай итеп программа ярҙамында картағыҙҙағы аҡсалар тишек кеҫәнән ҡойолған һымаҡ юҡҡа сыға ла ҡуя. Кеҫәңдән төшөп ҡалғанды эҙләп табырға була ла ул, ә программа аша отолһаң, зыян ҡылыусыны закон буйынса яуаплылыҡҡа тарттырыуы үтә лә ауыр, хатта мөмкин дә түгел. Сөнки һеҙ үҙ(!) ризалығығыҙ менән уға смартфонығыҙға инергә рөхсәт биргәнһегеҙ булып сыға.
Э. МӨНИРОВ.
Читайте нас: