Алынған аҡсаларҙан килгән юғалтыуҙарҙы күрһәтмәҫ өсөн, ул ярҙамсыһы аша банкка һаҡлауға аҡса һалыусыларҙың иҫәптәрен яптыртҡан. Ошондай ысул менән банкка аҡсаларын һалған 50 кешенең иҫәптәре ябылған.
Алдан билдәле булыуынса, июль аҙағында “Открытие” банкында эшләүсе ҡатынды 6,5 миллион һум урлауҙа ғәйепләп, ҡулға алғайнылар. Әле булһа сумма бер нисә тапҡырға артҡан.
“Башҡортостан Эске эштәр министр-лығының баш тәфтиш үҙәге әлегә тиклем Өфө банктарының береһендә кассанан 6,5 миллион аҡса урлауға бәйле ҡуҙғатылған енәйәт эшен тикшереү ваҡытында 43 миллион һум аҡса урлау факттарын тапты”, – тип хәбәр итте республика полицияһы.
Айырыуса ҙур күләмдәге аҡсаларҙы, төркөм менән үҙләштереү фактына бәйле енәйәт эше ҡуҙғатылған, әлеге мәлдә 1980 йылғы ғәйепләнеүсегә ҡарата яза сығарыу процесы өҫтөндә эш алып барыла.
Иҫегеҙҙәлер, Башҡортостанда яҙ көнө шулай уҡ ҙур күләмдә банктан аҡса урлап ҡасҡан Луиза Хайруллинаға бәйле ваҡиға шаҡ ҡатҡыс булғайны. Күп тә үтмәне, енәйәтсене күрше республикала ҡулға алдылар.