Ашҡаҙар
-8 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
12 Ноябрь 2019, 21:25

“Полиэф” компанияһы штраф түләйәсәк

Башҡортостан тәбиғәтте һаҡлау район-ара прокуратураһы “Полиэф” предприятиеһы эшмәкәрлеген тикшерҙе.

Быйыл июль айында Иҙәк йылғаһында балыҡтар һәләк булды. Башҡортостан Прокуратураһы матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, компанияның бысраҡ һыуҙары йылғаға ағып төшкән, химик матдәләр тупраҡҡа ла таралған. Зыян күләме 9 миллиард һумдан ашып китә.
“Полиэф” етәкселеге административ яуапҡа тарттырылған. Бынан тыш, күҙәтеүсе органдар акционер йәмғиәткә ҡарата административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында протокол төҙөгән. Штраф 1 миллион 300 мең һум.
Бысранған урман биләмәһенә рекультивация үткәреү планы төҙөлгән. Вазифа биләгән 12 шәхескә шелтә бирелгән. Башҡортостан прокуратураһы хәлде контролдә тота.
БСТ.
Читайте нас: