Икенсе класта уҡыусы балаларҙың ата-әсәһе ғәйепте быйыл уҡырға килгән малайҙың тәртибендә күрә. Уларҙың әйтеүенсә, “яңы” уҡыусы башҡаларға тынғы бирмәй, ҡурҡыта, һуғыша, этә-төртә... Баланың әсәһе был нахаҡ һүҙҙәр менән риза булмауын белдерә, киреһенсә, бөтә бәләлә башҡаларҙы ғәйепләй. Улына ҡарата тәүге көндән эҙәрләү, кәмһетеү , рәнйетеү ойошторолоуын билдәләй.Был хаҡта ул дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһына һөйләгән
.”Бер нисә тапҡыр өйгә тиклем эҙәрләп килделәр, таяҡ менән туҡмағандар, мораль баҫым яһағандар...”- тип һөйләй әсә, улы өсөн борсолоп. Әммә ҡаршы төшөүселәр - тотош класс.”Ул беребеҙгә лә тынғы бирмәй”,-тип зарлана бола күтәреүселәр. Әллә “барыһы ла провокация, ҡотҡо, улымды юрый сығырҙан – сығарырға тырышалар” тип раҫлаған әсә хаҡлымы?
Һуңғы һүҙҙе мәктәп етәкселеге әйтергә, етди мәсьәләне уйлап хәл итергә тейеш.
"Башҡортостан" гәзитенән.
Фото: Дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһы.
Ошо арала Мәсәғүт ауылында фажиғәле хәл булған. 12 йәшлек малайҙың өйөндә үле кәүҙәһен тапҡандар. Бында үҫмер үҙ-үҙенә ҡул һалғанлығы асыҡлана. Баланың аңһыҙ үлеме, ата-әсәһе телефонын тартып алыу менән бәйле, тип фаразлайҙар.
Әлегә Башҡортостан тәфтиш комитеты аңлатма бирмәй.