Полиция Twitterҙағы үҙ аккаунтында хәбәр итеүенсә 12 йәшлек ҡыҙ һәм 13 йәшлек малай үҙ тиҫтерҙәре менән үтеп барыусы машиналарға ҡар бәреп шаярған булған. Ҡар туптарының береһе Toyota автомобиленә барып әләгә, уны йөртөүсе водитель ҡорал алып балаларға табан ата башлай.
Йәрәхәттәр алған балаларҙы дауаханаға оҙатҡандар, ут асыусыны эҙләйҙәр, ваҡиғаны ентекләп тикшереү дауам итә.