Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
13 Ғинуар 2020, 13:24

ЭТ ОЯҺЫНДА ЙӘШЕРЕЛГӘН МИЛЛИОНДЫ УРЛАҒАНДАР

Ошондай ғариза менән Стәрлетамаҡтың хоҡуҡ һаҡлау органдарына ҡала эшҡыуары мөрәжәғәт иткән. Уның һүҙҙәренсә, ҡараҡтар ҙур сумманы урлаған. Ир кеше бер миллион һум аҡсаһыҙ тороп ҡалған.

Шуныһы ҡыҙыҡлы, аҡсаларҙы банкта һаҡлар урынына ул ғәҙәти булмаған ысул менән байлығын йәшерә. 45 йәшлек эшҡыуар аҡсаһын эт ойояһында йәшереп тотҡан булған. Яңы йыл байрамдары булыуға бәйле аҡсаларҙың юғалғанын ул белмәй йөрөгән.
Эшҡыуар фекеренсә, аҡсаларҙы 27декабрь -10 ғинуар арауығында урлағандар. Полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәтсене эҙләй башлаған. «Урлашыу» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото интернеттан алынды.
Читайте нас: