Документтарҙы тикшерә башлағас егеттең быға тиклем бер ҡасан да водитель таныҡлығы алмауын, автомәктәптә уҡымауын һәм имтихан тапшырмауын асыҡлай. Водитель булып өлгөрмәгән йәш кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Хәҙер уға 5 меңдән 15 мең һумға тиклем штраф янай. Ул йөрөткән автомашина махсус туҡталҡаға оҙатылған.