Ашҡаҙар
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
4 Февраль 2020, 18:10

Коронавирус донъяны шаулатты

Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, ҡурҡыныс вирус Ҡытайҙың Ухань ҡалаһында барлыҡҡа килгән. Әле унда инеү һәм сығыу тулыһынса тыйылған, йәмәғәт транспорты эшләмәй.

Коронавирустың (2019-nCoV) әүҙем­леге былтыр декабрь аҙағында Ҡытайҙың Хубэй провинцияһының Ухань ҡалаһынан башланды. Ул кешенең һәм хайуандарҙың тын алыу юлын, аш һеңдереү ағзаларын һәм нервы системаһын зарарлай, бик йоғошло. Ҡояш илендә 170 кеше коронавирустан һәләк булған, тип белдерә “Синьхуа” агентлығы. Ҡытай Һаулыҡ һаҡлау милли комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, был сир илдең 30 төбәгендә теркәлгән һәм бөтәһе 7711 кешегә йоҡҡан. Шул иҫәптән 1370 кеше ауыр хәлдә, тағы ла ете меңдән ашыу кеше шик аҫтында, ә 60 кеше һауыҡҡан. Коронавирус Таиланд, Австралия, Сингапур, Япония, АҠШ, Малайзия, Франция һәм башҡа илдәрҙә лә теркәлгән. Рәсәйҙә әлегә ундай осраҡ тураһында мәғлүмәт юҡ.

Мәғлүм булыуынса, Ҡытайҙа Баш­ҡорт­остан студенттары ла белем ала. Уларҙың хәле буйынса республика Хө­күмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров былай тип белдерҙе:
– Бөтә юғары уҡыу йорттары – Башҡорт дәүләт медицина университеты, Башҡорт дәүләт университеты, Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Өфө дәүләт авиация техник университеты – Ҡытайҙағы студенттарына ғүмерҙәренә хәүеф янауы тураһында мәғлүмәт еткерҙе. Күптәр ҡышҡы сессиянан һуң каникулға ҡайтыуҙан баш тартты.

Етәксе белдереүенсә, студенттар менән бәйләнеш тотола, улар үҙҙәрен яҡшы тоя. Яҡташтарыбыҙға үҙҙәре йәшәгән провинцияларҙан сыҡмаҫҡа, күп кеше йыйылған урындарҙа булмаҫҡа кәңәш биргәндәр.

Өфө дәүләт нефть техник университетында Ҡытайҙан 40 студент белем ала, уларҙың 15-е тыуған илдәрендә практика үтә. Улар республикаға февраль башында килә, ятаҡтарға урынлашыр алдынан медицина тикшереүе үтәсәк.

Мәғлүм булыуынса, Ҡытайҙа ҡа­бынған коронавирустан республика халҡын аралау маҡсатында Өфө аэропортында ла хәүефһеҙлек саралары күрелә. Сит илдәрҙән килгән граждандар ныҡлы тикшереү үтә.

Санья – Өфө рейсындағы ике кешене шик аҫтына алып, Өфөнөң 4-се йоғошло ауырыуҙар клиник дауаханаһына тикшереүгә ебәргәндәр. Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кешеләр именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостандағы идара­лығынан белдереүҙәренсә, был пасса­жирҙарҙың анализдары “кире” һөҙөмтә биргән, тимәк, уларға хәүеф янамай. Әйткәндәй, ведомство был сирҙе Ҡытайҙың онлайн-магазиндарынан килгән тауарҙар аша ла йоҡтороу ихтималлығын иҫкәртте.
Автор: Рәмилә МУСИНА.
Читайте нас: