Ашҡаҙар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
5 Февраль 2020, 19:15

Бүреләр түгел, болан өйөрө булып сыҡты

Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы урмандарҙы бүреләр баҫҡан тигән һүҙҙе кире ҡаҡты.

Социаль селтәрҙәрҙә, имеш, Бөрйән яғынан бик ҙур бүре өйөрө килә, ошо хаҡта берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә рәсми рәүештә хәбәр иткәндәр икән, тигән хәбәр таралғайны.
«Ата-әсәләрҙе киҫәтеп ҡуйығыҙ, бала-сағаларын күҙ уңынан ысҡындырмаһындар. Тышта күп йөрөмәһендәр, балыҡҡа йөрөүҙе туҡтатһындар һ.б. Мәғлүмәтте пограничниктар раҫланы», - тиелә унда. Шуның менән бергә, бүре өйөрөнөң һауанан төшөрөлгән фотографияһы ла ҡуйылған.
Ошоға бәйле, «Башинформ» агентлығы БР МЧС-ы матбуғат хеҙмәтенә мөрәжәғәт иткән.
«Был мәсьәлә буйынса БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы менән Тәбиғәт һәм экология министрлығы бүреләр баҫып килеүе тураһындағы хәбәрҙең раҫланмауын асыҡлаған. Республика халҡын тыныс булырға һәм рәсми сығанаҡтарға ышанырға саҡырабыҙ», - тип аңлата БР МЧС-ы матбуғат хеҙмәте етәксеһе Алик Шарафетдинов.
Әйткәндәй, ошондай уҡ хәбәр Ҡаҙағстанда ла таралған. «Хабар 24» хәбәр итеүенсә, видео Новосибирск өлкәһендә төшөрөлгән. Кадрҙарҙа бүреләр түгел, ә себер боландары өйөрө төшөрөлгән.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас: