Балалар ултырған транспорт Әй ауылынан Торналыға китеп барған. Ҡапыл юлға аттар килеп сыҡҡан. Водитель Руслан Баһауетдинов тиҙ генә тормозға баҫҡан, ләкин бәрелешеүҙән ҡаса алмаған: бер ат юлды аша сығып өлгөрмәгән.
«Юл фажиғәһендә бер кем дә зыян күрмәгән, автобустың бамперы йәмшәйгән. Балаларҙы дәрескә еңел машиналарҙа алып барғандар», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр «Салауат ерендә» гәзитендә.
Республика Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай. Аттың хужаһын тапҡандар. Ул Дыуан районында йәшәгән фермер булып сыҡҡан.