Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
10 Февраль 2020, 19:30

Диңгеҙ буйынан фатир... отҡан!

Рәсәйҙең иң эре риэлтор компанияларының береһе үҙенең клиенттары араһында йыл һайын уйнатыла торған приз отоу уйыны уҙғарған. Ошо уйында Стәрлетамаҡтан Флүрә Әҙелғужина фатир отҡан.

26 ғинуарҙа тура эфирҙан бик күп көнкүреш техникаһы һәм диңгеҙ буйынан фатирға отош уйыны уҙғарылған.
Һөҙөмтәлә төп приз Стәрлетамаҡтан Флүрә Әҙелғужинаға эләккән. Ҡатын күсемһеҙ милек агентлығы аша Артем урамындағы бер бүлмәле фатирын һатҡан һәм Новороссийскиға яҡын ғына урындан “экологик таҙа һәм уңайлы райондан” фатир отҡан.
"Был минең өсөн уйламаған ерҙән килгән сюрприз булды, дөрөҫөн генә әйткәндә, ышанып та етмәгәйнем. Шылтыратып әйткәс, шаңҡып ҡалдым", - ти еңеүсенең ҡыҙы Эльвира Кәримова.
"Беҙ үҙебеҙ ҙә көтмәгәйнек. Стәрлетамаҡ әллә ни ҙур ҡала түгел. Отош уйынында шулай уҡ миллион менән иҫәпләнгән ҡалалар ҙа ҡатнашты һәм көтмәгәндә бәхетле осраҡ беҙҙең компания клиентына тәтене. Шатлыҡтан беҙҙең бөтә компания бейене. Беҙ клиентыбыҙ өсөн бик шатбыҙ", - ти компанияның ойоштороусыһы Данис Латипов.
Һәм Стәрлетамаҡтан тағы ла бер компания клиенты һауаны дымлатҡыс отҡан.
Р.САФИНА.
Читайте нас: