Өфө, Туймазы Һәм Стәрлетамаҡта асыҡланған ялған аҡсалар араһында юғары сифатлы ҡоролмала баҫылған 5000 һумлыҡ ялған банкноттар тәшкил итә.
Әгәр һеҙҙә купюрала ялған аҡса билдәләре булыуына шик тыуһа:
уны алыуҙан баш тартмайынса ваҡытты һуҙығыҙ, ә был арала ашығыс рәүештә полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡыртығыҙ (тревога кнопкаһын файҙаланып, телефон буйынса);
ялған аҡса биргән кешенең билдәләрен (кейемен, автомобиль номерын һәм ҡайһы яҡҡа китеүен) иҫтә ҡалдырырға тырышығыҙ, һаҡ хеҙмәте булған осраҡта, уны ҡулға алыу сараһын күрегеҙ.