Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
14 Февраль 2020, 16:20

Әсәле-уллы һәләк булғандар

...11 февраль. Төнгө 3:39. Стәрлетамаҡ. Янғын хеҙмәтенең диспетчерлыҡ үҙәгенә Блюхер урамындағы 1-се йорттоң беренсе ҡатында урынлашҡан фатирҙа янғын сығыуы хаҡында хәбәр килә.

Янғын һүндереүселәр шунда уҡ ваҡиға урынына йүнәлә һәм утты тиҙ генә һүндереп, 6 оло кеше һәм 1 баланы эвакуациялай. Тик, үкенескә ҡаршы, был ваҡиға ҡорбанһыҙ ҙа үтмәй. 77 йәшлек ҡатын һәм 44 йәшлек ирҙең кәүҙәләре табыла. Асыҡланыуынса, улар әсәле-уллы булып сыға. Был хәлдән һуң ҡалала ашығыс рәүештә янғын хәүефһеҙлеге буйынса ултырышҡа йыйылдылар.
Ултырышта ҡала буйынса район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эштәр бүлеге етәксеһе урынбаҫары, эске хеҙмәт полковнигы И. Ибраһимов сығыш яһап, күп ҡатлы йорттар менән идара итеүсе ойошмаларға халыҡ араһында аңлатыу эштәрен алып барыуҙы һәм торлаҡ кооперативтарында, күп ҡатлы йорттарҙа дөйөм мөлкәтте һаҡлауҙы һәм ремонтлауҙы контролгә алырға тәҡдим итте. Шулай уҡ ҡала халҡы араһында көнкүрештә янғынға ҡаршы агитацияны йәнләндереп, сауҙа майҙандарында, транспорт инфраструктураһы объекттарында тематик видеороликтар һанын арттырырға ҡушылды. Иҫкәртеү төркөмдәренә график буйынса яңғыҙ йәшәгән граждандар, социаль хәүефле хәлдә ҡалған һәм тәрбиәгә бала алған ғаиләләр, 55 йәштән өлкән попечителдәр йәшәгән йорттарға йөрөп, янғынға ҡаршы торошто тикшереү эшен көсәйтергә тәҡдим ителде.
Читайте нас: