Һөҙөмтәлә сит ил машинаһы түңкәрелә һәм 28 йәшлек пассажирҙы дауаханаға алып китәләр. Әммә йәш егет иҫенә килә алмай, вафат була. Иҫерек көйө руль артына ултырыу ниндәй аяныслы хәлгә алып килгәне хаҡында күпме әйтелһә лә, енәйәт ҡылыусылар табылып тора. Шуныһы икеләтә үкенесле: ундайҙар үҙен генә хәүеф аҫтына ҡуймай, башҡа кешеләрҙең дә ғүмерен ҡыйып ҡуя. Статистика мәғлүмәттәренә таянғанда, былтыр, мәҫәлән, рәсәйҙә аварияла һәләк булған һәр дүртенсе кешенең үлеме нәҡ иҫерек водитель арҡаһында килеп сыҡҡан.