Хәрби пунктты маймылдар баҫып алған, улар стенаға үрмәләп, эскә үтеп инә башлағас, аптырған һалдаттар айыу булып уларҙы ҡурҡытырға булған. Ғәмәлдә хәрбиҙәр маймылдарҙан ғына ҡотолмаған, үҙҙәренең ҡылығын видеоға төшөрөп, бөтә донъяға билдәле булып киткән.